Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Урмансылар паркында Журналистар аллеяһын ултыртты

Йәмғиәт

Өфөлә республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Башҡортостандың Урмансылар паркында Журналистар аллеяһын булдырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, гәзит-журнал, радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре 60 төп ағас ултыртты.

Был сара «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары барышында ойошторолдо. Аллея ултыртыу өсөн Урман хужалығы министрлығы Кушнаренко районынан ҡарағай үҫентеләре, шулай уҡ эшләү өсөн кәрәкле инвентарь килтергән.

Ағас ултыртыу эше 2018 йылда уҡ башланғайны. 2019 йылдың 28 майында Башҡортостандың Журналистар союзы һәм Урман хужалығы министрлығы араһында Хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.

«Бөгөн бында экологик акция бара. Быйыл Башҡортостандың Урмансылар паркына нигеҙ һалыныуға 55 йыл тула. Журналистар аллеяһының юбилей йылында ултыртылыуы символик мәғәнәгә эйә – был урмансылар эшенең традицияларын һәм күсәгилешлеген күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы: хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары ошо акцияға ҡушыла һәм тыуған республикабыҙҙың урмандарын, парктарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә», — ти Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айрат Искәндәров.

Ағас ултыртыуға паркта йөрөгән балалар ҙа (бәлки, буласаҡ журналистар) ҡушылды. Эш бөткәс, журналистар иҫтәлеккә фотоға төштө.

«Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһын быйыл бында дауам итергә булдыҡ. Ҡарағай үҫентеләрен һайланыҡ, сөнки улар яҡшыраҡ үҫеп китә. Аллея йәшәргә, үҫергә тейеш тип уйлайым, беҙ уны тәрбиәләп торорбоҙ. Ҡала хакимиәте менән килешеп, аллеяның исеме яҙылған арка ҡуйырға йыйынабыҙ», — тине Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

Республиканың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда «Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы» акциялары барышында 960 меңдән ашыу ағас ултыртылған.

https://www.bashinform.ru/news/1588549-predstaviteli-smi-bashkortostana-posadili-alleyu-zhurnalistov-v-parke-lesovodov/

Ләйлә Аралбаева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть