Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республика ғаиләләренә әсәлек капиталынан айлыҡ түләү ваҡытынан алда бирелә

Иҡтисад

Алдағы май байрамдарына бәйле май айы өсөн әсәлек капиталынан айлыҡ түләү ваҡытынан алда, 29 апрелдә, күсерелә. Был турала Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, айлыҡ түләү алыу – әсәлек капиталы аҡсаһын тотоноуҙың биш йүнәлештәренең береһе.

Рәсәйҙең Пенсия фонды икенсе балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған ғаиләләргә ай һайын аҡса түләй.

Әгәр ғаиләлә айлыҡ килем бер кешегә ике йәшәү минимумынан артмаһа, аҡса алырға мөмкин.

Быйыл Башҡортостанда айлыҡ түләүҙең күләме – 10 077 һум. Закон ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 5,3 меңдән ашыу сертификат хужаһы бөтәһе бергә 390 миллион һум айлыҡ түләү алған. Майҙа ошо маҡсатҡа йәнә 17,5 миллион һум йүнәлтелә.

Айлыҡ түләү тәғәйенләү тураһында ғаризаны бала тыуғандан һуң өс йыл дауамында Пенсия фонды сайтында, Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинет аша, шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондының һәм Күп функциялы үҙәктең барлыҡ клиент хеҙмәттәрендә бирергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1588464-semi-bashkirii-dosrochno-poluchat-ezhemesyachnuyu-vyplatu-iz-matkapitala-/  

Галина Бахшиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть