Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфө «Нур» татар театры «Ғәлиәбаныу» һәм «Киң урамдар тар ине» спектаклдәрен сәхнәләштерә

Мәҙәниәт

Өфө «Нур» татар театры уҙған миҙгелгә йомғаҡ яһаны һәм яңыһына, 30-һына пландары менән уртаҡлашты. «Рәсәй» медиаүҙәгендә театр вәкилдәре менән матбуғат конференцияһы булды.

Көҙ көнө ике премьера көтөлә. «Киң урамдар тар ине» спектакле күренекле башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.

«Бөгөн бөйөк драматургыбыҙ, аҡһаҡалыбыҙ Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса гөрләп репетициялар бара. Был пьеса аҙ билдәле, уның тамашасыларыбыҙ араһында киңерәк танылыу алыуын теләйбеҙ. Музыкаль комедияның режиссеры – Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының хәҙерге деканы Зиннур Сөләймәнов», — тине театр директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин.

Икенсе премьера — милли драматургия корифейы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектакле.

«Нур» театры тәүге тапҡыр Мәскәүгә гастролгә бара. 31 октябрҙә — 1 ноябрҙә артистар илебеҙҙең баш ҡалаһында «Модерн» драма театрында сығыш яһай.

Декабрҙә «нурҙар» юбилейҙы театрлаштырылған тамаша менән билдәләргә йыйына.

Быйыл Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында «Нур» театры өсөн махсус курс асыла.

«Белем биреүҙең теоретик өлөшө – институтта, ә практик өлөшө беҙҙең театрҙа ойошторола. Курстың художество етәксеһе итеп театрыбыҙҙың баш режиссеры Азат Йыһаншин тәғәйенләнә. Тәүге йылдарҙа уҡ студенттар сәхнәгә сыға башлай», — тип һөйләне Фирҙәт Ғәбиҙуллин.

https://www.bashinform.ru/news/1588443-ufimskiy-tatarskiy-teatr-nur-postavit-spektakli-galiyabanu-i-derevenskie-stilyagi/    

Ләйлә Аралбаева
Теги: театр
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть