Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер аҙнала табиптарҙың күсмә бригадалары алты мең кешене тикшерҙе

Йәмғиәт

«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһының бер аҙнаһында ауыл райондарында алты меңдән ашыу кеше тикшерелгән.

27 апрелгә мәғлүмәттәр буйынса, акция башланғандан алып 6027 кеше ҡаралған, 39 социаль әһәмиәтле сир һәм бер миокард инфаркты асыҡланған.

Бригадалар графикка ярашлы алты районда үҙ эшен дауам итә:

Өфө маршруты – 26-27 апрелдә Архангел районы Благовещенка ауылында һәм 28-30 апрелдә Валентиновка ауылында;

Дыуан маршруты – 26-30 апрелдә Салауат районы Нәсибаш ауылында;

Нефтекама маршруты – был аҙнала Мишкә районында эшләй (28 апрелдә – Кесе Нәкәрәк, 29-30 апрелдә Оло Сухояз ауылдарында).

Октябрьский маршруты – Бүздәк районында (28-30 Ғафури ауылында);

Стәрлетамаҡ маршруты – был аҙнала Ауырғазы районында эшләй (28-30 апрелдә Наумкин ауылында);

Белорет маршруты – Белорет районында (28-29 апрелдә — Үрге Әүжәндә, 30 апрелдә Ҡаһарман ауылында).

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында 389 кеше вакцинацияның беренсе этабын тамамлаған.

Табипҡа яҙылырға кәрәкмәй, «йәнле сират» буйынса ҡабул итәләр.

«Сәләмәтлек автопоездары»ның туҡтау графигы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында баҫылған.

https://www.bashinform.ru/news/1588141-v-bashkirii-za-nedelyu-vyezdnye-brigady-vrachey-obsledovali-shest-tysyach-chelovek/            

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть