Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.22 ↓

EUR 85.99 ↑

19 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала автомобилдәрҙе эвакуациялау һәм штраф туҡталҡаһында һаҡлау хаҡы арта

Иҡтисад

Башҡортостанда автомобилдәрҙе мәжбүри эвакуациялау һәм уларҙы штраф туҡталҡаһында һаҡлау хаҡы арта. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа уҙған түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта белдерелде.

Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта транспортты эвакуациялау һәм махсус туҡталҡала һаҡлау хеҙмәттәре 2012 йылда уҡ раҫланған тарифҡа ярашлы күрһәтелә. Уның буйынса еңел автомобилде махсус туҡталҡаға күсереү хаҡы – 1500 һум, бер сәғәт һаҡлау хаҡы — 25 һум. Был башҡа төбәктәргә ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. Ҡазанда автомобилде штраф туҡталҡаһына алып китеү хаҡы 2940 һум булһа, һаҡлау – сәғәтенә 59 һум. Төмәндә иһә 2029 һәм 105 һум, Һамарҙа – 1968 һәм 33 һум.

Виктор Жульков һүҙҙәренсә, яңы һатыулашыу арттырылған тариф буйынса ойошторола. Автомобилде махсус туҡталҡаға эвакуациялау хаҡы күп тигәндә – 2135 һум, һаҡлау 51 һум була.

2020 йылда Башҡортостанда 26459 транспорт махсус туҡталҡаға оҙатылған, 25414-е хужаларына кире ҡайтарылған. Эвакуациялау хеҙмәте өсөн алынған сумма 64 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

https://www.bashinform.ru/news/1588167-v-bashkirii-vyrastet-stoimost-evakuatsii-i-khraneniya-avtomobiley-na-shtrafstoyankakh-/      

Сергей Николаев
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть