Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.03 ↑

EUR 87.35 ↓

17 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала ташҡындың тәүге этабы тамамланды

Йәмғиәт

Ташҡынға бәйле хәл тотороҡлана. Яҙғы ташҡындың иң юғары нөктәһе артта ҡалды, ләкин тынысланырға әле иртәрәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов бөгөн ташҡынға арналған брифингта.

Уның һүҙҙәренсә, ҙур йылғаларҙа һыу ҡайта. Һүҙ Дим Һәм Ағиҙел йылғалары тураһында бара, һыуҙың кимәле кәмей, һыу баҫҡан биләмәләр асыла.

Федераль һыу ресурстары агентлығының Кама бассейны һыу идаралығы етәксеһе урынбаҫары Виталий Тюр әйтеүенсә, төбәк йылғалары ташҡындың беренсе этабын үтһә лә, уның тулыһынса тамамланыуы тураһында һөйләргә әле иртәрәк. Тау һәм урман зоналарында һалҡынса, шуға һыу запасы күберәк. Тимәк, тау йылғаларының һыу кимәле күтәрелергә мөмкин.

«Һуңғы өс көндә Эҫемдә, Инйәрҙә ҡушылдыҡтарҙың артыуын күрҙек. Был ер аҫты һыуҙарының һыу объекттарына эләгеүе һәм уларҙың күләме артыуы тураһында һөйләй», – тине Виталий Тюр.

Эдуард Иҙрисов шулай уҡ ташҡындың тотороҡланыуы менән бергә республиканың ҡайһы бер биләмәләрендә янғынға ҡаршы режим индерелеүен билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/1587683-v-bashkirii-zavershilsya-pervyy-pik-pavodka/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть