Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.03 ↑

EUR 87.35 ↓

17 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда транспорт һалымы буйынса яңы льготалар индерелде

Иҡтисад

Башҡортостанда транспорт һалымы буйынса яңы льготалар индерелде. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары апрелдә пленар ултырышта тейешле закон ҡабул итте.

Законда автомобиль хужаларының айырым категорияларына транспорт һалымы буйынса льготалар индерелгән йәки оҙайтылған. Атап әйткәндә, күп балалы ғаиләләр өсөн двигатель ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем ат көсөнә эйә булған автомобилдәргә транспорт һалымы 50% кәметелгән. Ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге автомобилдәр өсөн ишле ғаиләләр транспорт һалымы түләмәй.

Газ-мотор яғыулығында эшләгән автомобиль хужалары өсөн транспорт һалымы буйынса льгота тағы өс йылға оҙайтыла.

«Физик берәмектәр – газда йөрөгән автомобиль хужалары, газ-мотор яғыулығында эшләгән йөк машиналары булған ойошмалар, шулай уҡ газда йөрөгән автобустар менән даими маршруттарҙа пассажирҙар һәм багаж ташыу менән шөғөлләнгән ойошмалар транспорт һалымы суммаһынан 50% түләй, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. – Өҫтөнлөктәр 2021-2023 йылдарға билдәләнә».

Уның һүҙҙәренсә, ишле ғаиләләр өсөн льготалар социаль ярҙам сараһы булып тора, ә газда эшләгән автомобиль хужалары өсөн льгота республика автотранспортын экологик яғыулыҡҡа әүҙемерәк күсереүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Экологик яғыулыҡҡа күсеү – донъя тенденцияһы, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Быны аңлатырға мөмкин: донъяла газ запасы күп, уның хаҡы күпкә түбәнерәк, ә газда эшләгән автомобилдәр бүлеп сығарған зарарлы матдәләр аҙыраҡ. Газ-мотор яғыулығындағы автопарктың өлөшөн арттырыу республикалағы экологик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирер ине».
Закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә һәм 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.

https://www.bashinform.ru/news/1587703-novye-lgoty-po-transportnomu-nalogu-vveli-v-bashkirii/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: һалымдар
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть