Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 72.03 ↑

EUR 87.35 ↓

17 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң яңы вице-мэры тәғәйенләнде

Йәмғиәт

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков 27 апрелдә оператив кәңәшмәлә кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр итте. Өфөнөң социаль мәсьәләләр буйынса вице-мэры итеп Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Гөлләриә Ялсыҡаева тәғәйенләнде. Ул опека һәм попечителлек, мәғариф, мәҙәниәт мәсьәләләре өсөн яуаплы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө хакимиәте башлығының элекке урынбаҫары Алина Сөләймәнова вазифаһын ҡалдырҙы. Ул мэр урынбаҫары итеп 2018 йылдың декабрендә тәғәйенләнгәйне.

Шулай уҡ Винер Әлибаевтың мэрияның контроль идаралығы начальнигы вазифаһын биләүе билдәле булды. Быға тиклем ул Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләне.

https://www.bashinform.ru/news/1587664-naznachen-novyy-vitse-mer-ufy/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть