Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 73.69 ↓

EUR 89.90 ↓

19 май, Шаршамбы

Уфа   °

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан айыуҙан зыян күргән хеҙмәткәрҙең хәле тураһында хәбәр иттеләр

Хәл-ваҡиғалар

Башҡортостандың Ҡариҙел районында 22 апрелдә транспорт компанияһы хеҙмәткәренә айыу һөжүм иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике хеҙмәткәр Нәһретдин ауылындағы базаға китеп барғанда тайыш табанды күреп ҡалған. Улар айыуҙы ҡарарға тип машинанан сыҡҡан.

Ниндәйҙер мәлдә ҡырағай йәнлек ирҙәргә яҡыныраҡ килгән һәм береһенә һөжүм иткән. Уның иптәше айыуҙы ҡысҡырып һәм монтировка менән һелтәнеп, ҡыуып ебәргән.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрәхәтләнгән ир Өфө дауаханаларының береһенә оҙатылған.

«Пациент реанимацияла ята. Ул үҙ аңында, ләкин хәле тотороҡло ауыр тип баһалана», — тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат етәксеһе Софья Алешина.
https://www.bashinform.ru/news/1586217-v-minzdrave-bashkirii-soobshchili-o-sostoyanii-iskalechennogo-medvedem-rabotnika/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть