Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан парламенты тәүге уҡыуҙа өс көн дауамында тауыш биреү тураһында закон проектын ҡабул итте

Сәйәсәт

Бөгөн, 22 апрелдә, Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар тәүге уҡыуҙа һайлауҙа бер нисә көн дауамында (ләкин өс көндән артыҡ түгел) тауыш биреү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан закон проектын ҡабул итте.

Закон ҡабул ителгәс, һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙы яңы форматта ойошторорға мөмкин. Һайлау кампанияһы сентябрҙә уҙғарыла.

«Закон проекты республиканың һайлау тураһында ҡануниәтен «Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында» федераль закондың положениеларына тап килтереүгә йүнәлтелгән, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. – Бер нисә көн дауамында тауыш биреү мөмкинлеге күпселек һайлаусыларға һайлауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәсәк, тимәк, тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡтың фекерен һәм сәйәси өҫтөнлөктәрен яҡшыраҡ сағылдырасаҡ».
Закон проектында күҙәтеүселәргә талаптар һәм һайлау алды агитацияһын үткәреү шарттары ла билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/1585858-parlament-bashkirii-prinyal-v-pervom-chtenii-proekt-zakona-o-trekhdnevnom-golosovanii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть