Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Берәҙәк хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы – стерилләштереү: ветеринарҙар

Иҡтисад

Башҡортостанда ветеринарҙар эттәрҙе стерилләштерергә саҡырҙы, сөнки был – хайуандар һанын көйләүҙең төп ысулы. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ойошторған хужаһыҙ хайуандар проблемаһы тураһында түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин шундай фекер белдерҙе.

«Уларҙың һанын көйләүҙең төп ысулы – аулау, стерилләштереү һәм элекке мөхиткә сығарыу.

Хайуандар кәмемәй. Шул уҡ ваҡытта уҫал эттәрҙе генә ғүмерлеккә приютта тоторға мөмкин. Уларҙың уҫалмы, түгелме икәнен кинолог билдәләргә тейеш, сөнки ветеринарҙар хайуандарҙы дауалау менән шөғөлләнә, юғары уҡыу йорттарында психик сирҙәрҙе өйрәнмәй», — тине Йыһаншин.

Ул эттәрҙе «Хайуандар тураһында милли портал»да ла теркәргә саҡырҙы, әлеге ваҡытта унда 43 мең йәнлек иҫәпләнә.

Түңәрәк өҫтәлдә билдәле булыуынса, ветеринария дауаханаларында 50 процентҡа тиклем ташлама менән льготалы стерилләштереү айлығы иғлан ителгән, процедураның хаҡы 800 һум самаһы тәшкил иткән.

https://www.bashinform.ru/news/1585470-osnovnoy-sposob-regulirovat-chislennost-brodyachikh-zhivotnykh-sterilizatsiya-veterinary/  

Розалиә Вәлиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть