Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Билдәле композитор һәм йырҙар авторы Мөфтәдин Ғиләжев арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

22 апрелдә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөфтәдин Ғиләжев арабыҙҙан китте.

Мөфтәдин Мөғәүи улы Ғиләжев 1938 йылдың 1 июлендә Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ ауылында тыуған. 1964 йылда Мәскәү халыҡ университетын тамамлаған. 1958 йылдан – Кушнаренко, 1966 йылдан – Саҡмағош, 1975 йылдан – Илеш район мәҙәниәт йорттарында баянсы-аккомпаниатор булып эшләй.1976-1999 йылдарҙа — Дүртөйлө ҡалаһы Техника йортоноң художество етәксеһе. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987).

Мөфтәдин Ғиләжевтың башҡарыу сәнғәте милли колорит менән һуғарылған бай музыкаль биҙәктәр менән айырылып тора. Ул – 300-ҙән ашыу йыр, романс авторы. «Һағындыра тыуған яҡ» (Р.Мифтахов шиғыры), «Әрем еҫе, әрем тәме» (Р.Миңнуллин), үҙе яҙған шиғырҙарға «Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем», «Минең ҡәҙерлеләрем» йырҙары бик популяр. Әҫәрҙәре башҡорт һәм татар мәҙәниәтенең алтын фондына ингән.

«Башинформ» Мөфтәдин Ғиләжевтың туғандарының, яҡындарының һәм ижадын һөйөүселәрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/1585684-v-bashkirii-ushyel-iz-zhizni-izvestnyy-kompozitor-pesennik-muftadin-gilyazev/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть