Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә килешелмәгән митингта 28 кеше тотолдо

Йәмғиәт

Шаршамбы кис көнө властар менән килешелмәгән митингта 28 кеше тотолған. Был хаҡта агентлыҡҡа республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һөйләне. Уларға 15 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙары ихтимал, ҡабаттан боҙғанда иһә 30 тәүлеккә тиклем һаҡ аҫтына алыуҙары һәм 300 мең түләтеүҙәре мөмкин. Бынан алда киң мәғлүмәт саралары йөҙгә яҡын кешене тотоуҙары тураһында яңылыш мәғлүмәт таратҡайны.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, законһыҙ сараларҙа 500 самаһы кеше ҡатнашҡан, уларҙың күпселеге колоннаға юлда барғанда ҡушылған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, оппозиция штабтарының бөтә етәкселәре митингтан алдағы көндә сит илгә юлланған.

Рәсәйҙә законһыҙ акцияларҙа бөтәһе 14,4 кеше ҡатнашҡан. «Навальный LIVE» каналындағы трансляцияны 2 500 000 яҙылыусынан бөтә донъя буйынса ни бары 58 000 рус телле тамашасы ҡараған.

https://www.bashinform.ru/news/1585527-na-nesoglasovannom-mitinge-v-ufe-zaderzhali-28-chelovek/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: митинг
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть