Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте

Сәйәсәт

Балалар ялын мөмкин тиклем арзанайтырға кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә. Ул балалар лагерҙарына юллама хаҡының яртыһын кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Президент йыл аҙағына тиклем граждандарҙың Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү өсөн сығымдарының 20% кире ҡайтарған программаны оҙайтыу тәҡдимен дә индерҙе. Студенттар туризмы айырым иғтибарға лайыҡ.

«Олимпиадаларҙа, ирекмәндәр һәм ижади башланғыстарҙа үҙҙәрен күрһәткән йәштәрҙе дәртләндерергә кәрәк. Ундайҙарға каникулдар осоронда, йәғни юғары миҙгелдә лә кире ҡайтарырға мөмкин», — тине дәүләт башлығы.
https://www.bashinform.ru/news/1585192-vladimir-putin-predlozhil-vozvrashchat-polovinu-stoimosti-putevki-v-detskie-lagerya-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть