Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

24 апрелдә Башҡортостанда Ҙур туристик өмә үткәрелә

Йәмғиәт

24 апрелдә Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы вәкилдәрен – туристик фирмаларҙы, ҡунаҡхана һәм ресторан бизнесын, экскурсоводтарҙы һәм үҙҙәрен Башҡортостандың туризм тармағына ҡарай тип иҫәпләгәндәрҙең һәммәһен дә «Ҙур туристик өмә» акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Акция туристик миҙгелдең башланыуы уңайынан ойошторола.

«Яҙ көнө тотош республикала таҙартыу һәм тәртипкә килтереү эштәре старт алды. Туристик тармағында ҡатнашыусылар менән туристик миҙгелдең башланыуына әүҙем әҙерләнәбеҙ, туристар барасаҡ ерҙе күркәмләндереү ҙә ошо эшкә инә, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова. — Үҙҙәрен Башҡортостандың ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына ҡарай тип һанағандарҙың барыһына да акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ».
Бөтә энтузиастар ҙа, тәбиғәт объекты урынлашҡан муниципалитет хакимиәте менән килешеп, туристар туҡталҡаһын, тәбиғәтте таҙартырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1584770-24-aprelya-v-bashkirii-proydet-bolshoy-turisticheskiy-subbotnik/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: өмә
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть