Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған Волейбол турниры ойошторола

Йәмғиәт

7 майҙа, Радио көнөндә, «Динамо» стадионында республиканың киң мәғлүмәт саралары араһында легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған Волейбол турниры була.

Турнирҙы Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойоштора. Турнирҙа «Юлдаш» радиоһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, Матбуғат йорто һәм республика гәзиттәренең йыйылма командаһы ҡатнаша.

Әлеге ваҡытта Матбуғат йорто һәм муниципаль баҫмаларҙың командаһына спортсылар йыйыу бара. Ярышта ҡатнашырға теләгәндәр [email protected] адресына ғариза ебәрергә мөмкин.

Әхәт Мортазинды «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Уның матур, бәрхәт тауышын тыңлаусылар яңылыҡтар, көнүҙәк репортаждар аша таный ине, ул күп кенә ваҡиғаларҙан, байрамдарҙан тура трансляциялар, хөкүмәт сараларын һәм концерттар алып барҙы. Танылған башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының художество әҫәрҙәре уның тауышы менән яҙҙырылған, ул анимация һәм нәфис фильмдарҙы тауышландырҙы, радионың волейбол командаһының алыштырғыһыҙ капитаны булды. Диктор 2018 йылдың 13 мартында 59 йәшендә ҡапыл донъя ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/1584612-v-ufe-proydet-turnir-po-voleybolu-posvyashchennyy-pamyati-legendarnogo-diktora-akhata-murtazina/  

Ләйлә Аралбаева
Теги: турнир
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть