Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан Башлығының яңы ярҙамсыһы итеп элекке юл хужалығы министры Алан Марзаев тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән республиканың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев уның яңы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:

Алан Марзаев 1973 йылдың 14 майында Төньяҡ Осетия – Аланияның Ардон ҡалаһында тыуған. Горск дәүләт аграр университетын, Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһының Дәүләт һалым инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы булып башлай.

Төрлө йылдарҙа Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Төньяҡ Осетия – Аланиялағы Дигора районы буйынса инспекцияһы етәксеһе, Федераль һалым хеҙмәтенең Владикавказ буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары, Мәскәү өлкәһенең Чехов районы хакимиәтендә контроль-ревизия идаралығы начальнигы, Рәсәй Президенты идаралығының Федераль Йыйылыш һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты кәңәшсеһе, Финанс университетында кафедра доценты, Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе буйынса 18-се район-ара инспекцияһы начальнигы, Домодедово ҡалаһы буйынса инспекция начальнигы була.

2019 йылда – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.

2019-2020 йылдарҙа – республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе.

2020 йылда – Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2020-2021 йылдарҙа – Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры.

https://www.bashinform.ru/news/1584351-novym-pomoshchnikom-glavy-bashkirii-naznachen-eks-ministr-dorozhnogo-khozyaystva-alan-marzaev/        

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть