Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡта гараждар араһында йәш ҡатындың мәйете табылған

Хәл-ваҡиғалар

Апрель башында Стәрлетамаҡ ҡалаһында гараждар араһында билдәһеҙ ҡатындың кәүҙәһе табылған, уны көс ҡулланып үлтереү билдәләре теркәлгән. Янында документтары булмаған.

Тәфтишселәр әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Зыян күреүсенең шәхесе асыҡланған: Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 34 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Күпмелер ваҡыттан һуң уның үлемендә ғәйепле әҙәмде лә тапҡандар. 35 йәшлек ир үҙенең енәйәт ҡылғанын таныған.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, ир ошо ҡатын менән 9 апрель төнөндә танышҡан. Икәүләп спиртлы эсемлектәр кәйеф-сафа ҡорғандан һуң улар гараждар араһындағы автомобилгә инеп ултырған. Араларында низағ сыҡҡас, ҡатын иргә мыҫҡыллау һүҙҙәрен әйткән, тегеһе яуап итеп йоҙроғо менән уның битенә һуҡҡан һәм уны автомобилдән сығарып, ваҡиға урынында ҡалдырып киткән. Ҡатын ваҡиға урынында йән биргән. Уның кәүҙәһен үтеп барыусы тапҡан.

Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.

https://www.bashinform.ru/news/1584238-v-sterlitamake-mezhdu-garazhey-nashli-ubitoy-moloduyu-zhenshchinu-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть