Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың өс районында йәшәүселәрҙе Дим йылғаһының ташыуы тураһында иҫкәрттеләр

Йәмғиәт

Башҡортостандың баш ҡалаһында һуңғы тәүлектә Ағиҙел йылғаһының кимәле 10 сантиметрға күтәрелгән. Ләкин ҡотҡарыусыларҙы Димдә һыу кимәленең ҡапыл артыуы борсой.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов һүҙҙәренсә, Әлшәй, Шишмә һәм Дәүләкән райондары халҡына әҙер булырға кәрәк.

«Тәүлек эсендә Дим 18 сантиметрға күтәрелгән, беҙ алдағы ике көндә һыу кимәленең артыуын көтәбеҙ. Дәүләкән районында дүрт йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан», — тине ведомство вәкиле.

Гидропостар графигына ярашлы, былтырғы ташҡындың иң юғары нөктәһе күпкә һуңыраҡ – 4 майҙа теркәлгән. Быйыл ташҡын апрель аҙағында үҙенең юғары нөктәһенә етергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/1584295-zhiteley-trekh-rayonov-bashkirii-predupredili-o-podeme-reki-dema/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть