Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика етәксеһе Совет майҙанын реконструкциялау проектында үҙгәрештәрҙе ҡарарға ҡушты

Йәмғиәт

Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Өфөлә Совет майҙанын реконструкциялау проектында үҙгәрештәрҙе ҡарарға ҡушты. Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһының дүрт академигы Радий Хәбировҡа ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Улар араһында Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл конкурсында еңгән Салауат Щербаков та бар.

Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Сергей Грековҡа мөрәжәғәт итте.

«Әгәр беҙ генерал Шайморатов һәйкәлен ниндәйҙер архитектура ансамбле менән тулыландырмаһаҡ, Совет майҙанын төҙөкләндереү өсөн һалған тырышлығыбыҙ етерлек кимәлдә һөҙөмтәле һәм тулы булмаҫ, тип иҫәпләй улар. Улар миңә уны күрһәтте. Һеҙҙән ҡарауығыҙҙы һорайым. Реконструкциялау проектында үҙгәрештәр бар. Ҡайһы бер ағастарҙы, хатта ултыртҡандарын алып ташларға кәрәк булыр, унда колонналар ҡуйыу күҙ уңында тотола. Миңә бик оҡшаны. Ҡалалар үҫеше институты менән уйлап ҡарағыҙ. Минеңсә, һәйбәт килеп сығырға тейеш», — тип билдәләне республика етәксеһе.

11 октябрь – Республика көнөнә Совет майҙанын асыу мөмкинлеге булһын өсөн тиҙ генә төшөнөп, ҡарар ҡабул итеү мөһим, тине Радий Хәбиров.

«Бында өс өлөш. Фигура, уның әһәмиәте, генерал Шайморатовтың батырлығы. Икенсеһе – Совет майҙаны, уның күптәнге архитектураһы, совет дәүере классикаһы. Башҡорт характерының ҡаһарманлыҡ рухын күрһәтеү өсөн майҙанға саҡ ҡына байрамса төҫ биреү идеяһы тыуҙы. Өсөнсөһө – ошо ике теманы циркуль архитектураһы менән тоташтырыу өсөн колонналар. Ундайҙар Санкт-Петербургта ла, Европала ла бар. Бында мөһим даталарҙы, героик ваҡиғаларҙың юбилейҙарын билдәләргә мөмкин», — тип хәбәр итте Салауат Щербаков «Башинформ»ға.
Әлеге ваҡытта проекттың художество өлөшө әҙерләнгән. Архитектор һүҙҙәренсә, эштәрҙе 2022 йылдың 9 майына тамамлау планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1583822-glava-bashkirii-poruchil-rassmotret-izmeneniya-v-proekte-rekonstruktsii-sovetskoy-ploshchadi/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть