Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан властары республика райондарында һәм ҡалаларында торлаҡҡа хаҡтарҙы раҫланы

Иҡтисад

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2021 йылдың II кварталына ҡалаларҙа һәм муниципалитеттарҙа дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланы.

Бойороҡ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документтан күренеүенсә, хәҙер ҡалаларҙа торлаҡтың квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы – 48 687 һум. Республика райондарында торлаҡтың квадрат метрының уртаса хаҡы 41 384 күләмендә билдәләнгән.

Дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға бүленгән субсидияны иҫәпләү өсөн кәрәк, тиелә бойороҡта.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бер йылда республикала беренсел баҙарҙа торлаҡ 8,2% ҡиммәтләнгән. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың IV кварталында Башҡортостанда беренсел торлаҡ баҙарында бер «квадрат»тың уртаса хаҡы 68,7 мең һумға еткән.

https://www.bashinform.ru/news/1583901-vlasti-bashkirii-utverdili-tseny-na-zhile-v-rayonakh-i-gorodakh-respubliki-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть