Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Элина Ғатауллина – Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры

Мәҙәниәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 19 апрелдәге бойороғо менән Элина Ғатауллина Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләне.

«Ошо йәһәттән эш көсәйер тип уйлайым. Белеүегеҙсә, хәҙер ЮНЕСКО менән әүҙем эшләйбеҙ», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.

Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты 1998 йылдың 25 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән ойошторолған. Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Комитет составына мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм коммуникациялар өлкәһендәге күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ҙур предприятиелар, ойошмалар һәм бизнес вәкилдәре инә. Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры булып оҙаҡ йылдар Өлфәт Йомағужин эшләне.

https://www.bashinform.ru/news/1583719-ispolnitelnym-direktorom-komiteta-bashkirii-po-delam-yunesko-naznachena-elina-gataullina/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть