Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Был аҙнала Өфөлә ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә

Йәмғиәт

Был аҙнала Өфөлә ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә. Ошо хаҡта 19 апрелдә Башҡортостан юлдаш телеканалында республикала ташҡынға бәйле хәл буйынса брифингта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов белдерҙе.

Ул гидропост буйынса ташҡындың иң юғары нөктәһенә етеү ихтималлығын хәбәр итте.

«Башгидромет белдергәнсә, был аҙнала Өфөлә ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә», — тине ул.

«Йәғни, бөгөн-иртәгә Өфөлә ташҡын юғары нөктәһенә етәме?» — тип һораны Башҡортостан Республикаһы Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская.

Кирилл Первов, эйе, фараз буйынса шулай, тип яуапланы.

«Белеүебеҙсә, беҙҙә һауа торошо ла йоғонто яһай. Синоптиктар әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә һалҡынайта, был иһә хәлгә ыңғай тәьҫир итер һәм әлеге күренеш тиҙерәк үтер тип ышанабыҙ», —  тине Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкиле.

https://www.bashinform.ru/news/1583697-v-ufe-na-etoy-nedele-ozhidaetsya-prokhozhdenie-pika-pavodka/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть