Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: «Газпром» – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе

Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе Олег Аксютин менән осрашты. Яҡтар компанияның республика менән үҙ-ара эш итеүен нығытыуҙы, шулай уҡ «Газпром» объекттарында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (Ростехтың берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә) етештерелгән АЛ-31СТ двигателен ҡулланыуҙы киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

«Газпром» – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе. Беҙ 2021-2025 йылдарҙа республикала газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Компания менән газ-мотор яғыулығы, нефть-газ химияһы өлкәһендә бик күп мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһында эшләнгән газтурбиналы двигателдәр менән тәьмин итеү һәм уларҙы ремонтлау производство программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса «Газпром» менән Ростехтың берлектәге ултырышы үткәрелә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Был көндө Башҡортостанда беҙҙең ҡатнашлыҡта «Газпром» менән Ростехтың осрашыуы була. АЛ-31СТ газтурбиналы двигателдәрҙең ышаныслылығын арттырыу эше ике корпорацияны берләштерҙе. Хәҙер беҙ етештереү күләме һәм мөмкинлектәр буйынса һәйбәт траекторияға сығабыҙ. Был ваҡиғаға бик шатбыҙ һәм үҙ-ара эш итеүҙә әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашыуҙа газтурбиналы приводтар сығарыу өсөн яңы етештереү-технология майҙансығын булдырыу хаҡында һөйләштем», — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Олег Аксютинды Башҡортостан үҫешенә өлөш индергән өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

https://www.bashinform.ru/news/1583204-radiy-khabirov-gazprom-odin-iz-samykh-nadezhnykh-nashikh-partnerov-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть