Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында I «Ирҙәр ҡоро» бара

Йәмғиәт

Бөгөн, 16 апрелдә, Өфөлә I «Ирҙәр ҡоро» ойошторолдо. Унда ҡатнашыу өсөн «Торатау» конгресс-холына республиканың көслө зат вәкилдәре – сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, күп балалы атайҙар килде.

«Башҡортостан ир-егеттәренең форумы – беҙҙең ошондай тәүге сара, — тип билдәләне «Ирҙәр ҡоро» рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. — Маҡсатыбыҙ — ауылдарҙан, райондарҙан әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, берлектә эшләү. Ойошмабыҙ һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системаға һалыу, аныҡ маҡсаттар билдәләү һәм шуларға бергәләп өлгәшеү мөһим. Төп йүнәлештәребеҙ айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, райондарҙа ирҙәр ҡорҙары менән эште ойоштороуға ҡағыла.Ошо йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөгөн Башҡортостан ир-аттарының I ҡорона йыйылдыҡ».
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығының сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Элек-электән республиканың социаль-иҡтисади именлеге, ғаиләлә тыныслыҡ һәм етеш тормош ир-егеттәргә бәйле булған – «Яҡшы ир – ил терәге», тигән башҡорт халыҡ мәҡәлен иҫенә төшөрҙө Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ ир-аттарҙың, элекке кеүек үк, көслө һәм үҫешә барған Башҡортостан өсөн хеҙмәт итеренә ышанысын белдерҙе.

Урал Килсенбаев иһә үҙенең тотош республиканан абруйлы ир-уҙамандарҙың түңәрәк өҫтәл артына йыйылып кәңәшләшеү йолаһының тергеҙелеүенә ныҡ шат булыуын әйтте. «Башҡорттар борон-борондан көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп, аҡһаҡалдар ҡоронда хәл иткән. Бөгөнгө форум да ошо йоланың үҙенсәлекле дауамы ул», — тине ул.

Башҡортостан ир-егеттәре форумын ойоштороусы – республика Башлығы Хакимиәте булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Сараның төп бурыстары – Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү.

Көндөң икенсе яртыһында форумда тематик сессиялар, «Ил терәге» наградаһы менән бүләкләү ойошторола.

Форумдың йомғаҡтары буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә.

https://www.bashinform.ru/news/1583126-v-ufe-prokhodit-i-forum-muzhchin-bashkortostana/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: форумдар
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть