Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы башланды

Йәмғиәт

Йома, 16 апрелдә, республиканың милли киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре «Медиайыйын»да күптән өлгөрөп еткән мәсьәләләр тураһында фекер алышыу өсөн Башҡортостандың Ғафури районына йыйылды.

Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.

Форумдың беренсе көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәкселеге милли киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осраша. Маҡсат — Тарих йылын яҡтыртыуҙы, «Төньяҡ амурҙары»ның ҡаһарманлығын популярлаштырыуҙы һәм башҡорт атлыларының һуғыштарҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт таратыуҙы тикшереү.

Ошо уҡ көндә соцмедиаға, интернетҡа, дизайнға, рекламаға арналған оҫталыҡ дәрестәре була. Киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һанлы журналистика өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен, төбәк телевидениеһы проблемаларын һәм перспективаларын ҡарарға йыйына.

17 апрелдә «Милли баҫма киң мәғлүмәт саралары – төп саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр» тигән темаға фекер алышыу, «Һанлы мөхит һәм милли журналистика» оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Блогер һәм психолог, «Комсомольская правда в Уфе» гәзитенең элекке мөхәррире Елена Садиҡова медиабаҙарҙың үҙгәреүе шарттарында нисек стресҡа ҡаршы тороусанлыҡты арттырыу тураһында һөйләй, шулай уҡ команда төҙөү уйындары була.

https://www.bashinform.ru/news/1583058-v-bashkirii-startoval-forum-natsionalnykh-smi-mediayyyyn/  

Розалиә Вәлиева
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть