Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Балаларҙы төшөрөп ҡалдырған автобус водителдәренә 5 мең һум штраф янай

Йәмғиәт

Рәсәйҙә 16 йәше тулмаған балаларҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырған өсөн административ яуаплылыҡ индергән закон көсөнә инде. Автобуста, троллейбуста йәки трамвайҙа билеты булмаған йәки юл хаҡын түләй алмаған баланы төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф янай. Водителдәргә – 5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-30 мең һум.

«Балаларҙы йәмәғәт транспортынан мәжбүри рәүештә төшөрөп ҡалдырыу уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янауы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәрҙең һәм кондукторҙарҙың балаларҙы төндә, һыуыҡта урам буйында, трассала ҡалдырған осраҡтар ҙа булды. Закон хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртеүгә, балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/1582971-shtraf-dlya-voditeley-avtobusov-za-prinuditelnuyu-vysadku-detey-sostavit-5-tysyach-rubley/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: штраф
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть