Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡотҡарыусылар Өфөлә Ағиҙел йылғаһының 630 сантиметрға тиклем күтәрелеүе тураһында иҫкәртте

Йәмғиәт

Баш ҡалала йәшәүселәрҙе йома, 16 апрелдә, кискә Ағиҙел йылғаһында һыу кимәленең 630 сантиметрға тиклем күтәрелеүе тураһында иҫкәрттеләр. Кооператив яланында 89 йорт яны участкаһын һәм дүрт өйҙө һыу баҫыуы мөмкин.

«Бөтәһе 252 кешегә, шул иҫәптән 26 балаға хәүеф янай. Коммерцияға ҡарамаған өс баҡсасылыҡ ширҡәтенә ҙур һыу килеүе ихтимал (429 участка, унда 13 кеше йәшәй)», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай уҡ Өфөнөң Дим, Киров һәм Ленин райондарында юлдарҙы һыу баҫыуы фаразлана. Ағиҙелдә һыу кимәле 680 сантиметрға етһә, Нижегородка биҫтәһендә ике йорт яны биләмәһен һыу баҫыуы, алты кешенең ҙур һыу зонаһында ҡалыуы мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, участкаларға һәм өйҙәргә ҙур һыу килгән осраҡта, өфөләрҙең шунда уҡ 112 номерына хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

https://www.bashinform.ru/news/1582903-spasateli-predupredili-o-podeme-urovnya-reki-beloy-v-ufe-do-630-sm/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть