Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров йыл һайын Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Өфөлә йыл һайын «Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш» халыҡ-ара урбанистика форумы уҙғарыла башлай. Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документтан күренеүенсә, быйыл Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тәҡдиме менән форум 26-27 августа «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр» Бөтә Рәсәй форумы менән бергә, ә 2022 йылдан 27 сентябрҙә ойошторола.

Төп тема – «Ҡалаларҙың үҙгәрешен тиҙләтеү», тип белдерҙеләр ойоштороу комитетында. Форумда 2020-2021 йылдарҙа үҙгәреш кисергән ҡала мөхитен тикшереү планлаштырыла.

Форумдың эксперттары иҫәбендә – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников, фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, мәҙәниәт министры Ольга Любимова, мәғариф министры Сергей Кравцов, Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова, илдең Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин, ВЭБ рәйесе Игорь Шувалов, «ДОМ. РФ» йәмғиәтенең генераль директоры Виталий Мутко һәм башҡалар. Европа ҡалалары мэрҙары менән айырым секция планлаштырыла.

Билдәле алып барыусылар Яна Чурикова, Наилә Аскер-Заде саҡырыла.

Форум барышында «Лидер биләмәләр», «Үҙгәрештәр менән идара итеү», «Ҡалалар һәм таланттар», «Тотороҡло үҫеш һәм туризм» темалары тикшерелә.

https://www.bashinform.ru/news/1582677-radiy-khabirov-podpisal-ukaz-o-ezhegodnom-provedenii-v-ufe-mezhdunarodnogo-foruma-urbanistiki/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть