Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 101 осрағы теркәлде

Йәмғиәт

Республикала бер тәүлектә 101 кеше COVID-19 йоҡторған. Был турала коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса оператив штаб хәбәр итте.

Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 33 904 кеше. Стационарҙа 182 пациент дауалана, 36-һының хәле ауыр, туғыҙ кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Уҙған тәүлектә өс кеше коронавирустан үлгән. Республикала бөтәһе  409 кеше ошо ауырыуҙан вафат булған.

Тәүлек эсендә шулай уҡ дауахананан тыш пневмонияның 78 осрағы асыҡланған.

https://www.bashinform.ru/news/1582583-v-bashkirii-za-sutki-zaregistrirovan-101-sluchay-zabolevaniya-koronavirusom-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть