Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иғтибар! Өфө йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл артыуы көтөлә

Йәмғиәт

Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Павловка ГЭС-ы быуаһы аша һыу ағыҙыуҙың артыуына бәйле баш ҡала йылғаларында һыу кимәленең кинәт артыуы көтөлә.  

«Ҡала халҡына хәлдең насарланыуына һәм биләмәләрҙе һыу баҫыуға әҙер булырға кәрәк. Йөҙөү сараларын әҙерләгеҙ, ҡиммәтле әйберҙәрҙе, техниканы, йыһазды, аҙыҡ-түлекте аҫҡы ҡаттарҙан өҫкөһөнә мендерегеҙ, аҙыҡ һәм һыу запасын булдырығыҙ, документтарҙы, аҡсаны герметик төргәккә һалып ҡуйығыҙ», — тип иҫкәрттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта, «112» номерына, Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә (279-90-00 ) йәки үҙегеҙ йәшәгән райондың граждандарҙы яҡлау идаралығына шылтыратырға кәрәк:

Дим районы буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығы: 281-13-00;

Киров районы: 251-88-71 йәки 251-48-27;

Калинин районы: 216-52-10 йәки 216-52-11;

Совет районы: 282-30-63 йәки 223-51-81;

Орджоникидзе районы: 242-13-15 йәки 264-72-95;

Ленин районы: 216-50-24;

Октябрь районы: 237-98-67 йәки 237-97-99.

https://www.bashinform.ru/news/1582420-vnimanie-ozhidaetsya-rezkiy-podem-urovnya-vody-v-rekakh-ufy/      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть