Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Хазина» этно-проекты үҙенең тәүге концертына саҡыра

Мәҙәниәт

«Хазина» этно-проекты үҙенең тәүге концертына саҡыра. 2020 йылдың башында ойошторолған төркөм бик үҙенсәлекле: ҡурай – Земфира Рәшитова, вокал, ҡумыҙ – Зәлиә Нурлы, традицион ҡыл-ҡумыҙ – Зәлиә Ғәниәтуллина, ҡыл-ҡумыҙ прима – Наилә Биктимерова, думбыра – Гөлназ Нафиҡова.

Улар үҙ репертуарына элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡарған, һирәк яңғыраған милли көйҙәрҙе һәм йырҙарҙы һайлай. Программа 20 апрелдә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында яңғырай.

Концерт программаһында – заманса эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре, шулай уҡ автор композициялары. «Хазина» төркөмө Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, композитор Урал Иҙелбаевтың әҫәрҙәрен дә башҡара.

Ҡыҙҙар концертта 2021 йылда сығырға тейешле беренсе альбомдың синглдары менән таныштыра. Ошо диск өҫтөндә эш 2020 йылда төркөм етәксеһе Земфира Рәшитованың «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр форумында отҡан «HAZINA» мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса йәштәр музыкаль проекты» грантына индерелгән. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ эксперттары өсөнсө тапҡыр башҡорт ҡурайсыһының халыҡ фольклорын һаҡлау һәм пропагандалау идеяларын хупланы.

https://www.bashinform.ru/news/1582188-v-ufe-etno-proekt-khazina-priglashaet-na-svoy-pervyy-solnyy-kontsert-prezentatsiyu/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть