Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала ташҡынға бәйле юғары әҙерлек режимы индерелде

Йәмғиәт

Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡалала «Юғары әҙерлек» тәртибен индереү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ 14  прелдән көсөнә инде. Махсус режим Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы баш ҡала территориаль звеноһының көс һәм идара итеү органдары өсөн ғәмәлдә.

Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, режим тейешле ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем ғәмәлдә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәргә һәм өфөләргә йылғаларҙа һыу кимәле ҡапыл күтәрелгән осраҡта 112 телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға хәбәр итергә һәм һыу баҫҡан урындан китергә тырышырға кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/1582304-v-ufe-iz-za-pavodka-vveden-rezhim-povyshennoy-gotovnosti/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть