Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Мәҙәниәт

Бөгөн, 15 апрелдә, «Торатау» конгресс-холында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының ярты быуатлыҡ юбилейына арналған юбилей кисәһе була.

Был баш ҡалала йәмәғәтселек көсө, тәү сиратта билдәле йәмәғәтселәр Иҙел Агишев, Мөхәммәт Исҡужиндың тырышлығы менән асылған беренсе башҡорт мәктәбе. Мәктәпте тамамлаусылар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре дәрәжәһенә күтәрелде.

Кисә көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана, 5-се 30 минутта ошо мәктәпте тамамлаған күренекле башҡорт рәссамдары Азамат Ғарипов, Йәлил Сөләймәнов һәм Азат Ҡужиндың (Польша) күргәҙмәһе асыла.

Сәғәт 6-ла тантаналы концерт һәм гимназия уҡытыусыларын бүләкләү сараһы башлана. Концертта танылған артистар – мәктәп тамамлаусылар һәм гимназияла уҡып йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре сығыш яһай. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары Роберт Юлдашев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин, Эльмира Юлдашева, Ләйсән Мәзитова, Айгөл Үтәгәнова, Артур Иҙелбаев, «Ант» төркөмө, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Илгиз Таһиров, Дания Ғөбәйҙуллина, Ильяс Ҡарабулатов бар, шулай уҡ ижади коллективтарҙан ҡотлау һүҙҙәре яңғырай.

Гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусылары ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән. Инеү саҡырыу ҡағыҙҙары буйынса, тулыраҡ мәғлүмәт – гимназияның сайтында.

https://www.bashinform.ru/news/1582241-v-ufe-bashkirskaya-gimnaziya-20-im-fatimy-mustafinoy-otmetit-poluvekovoy-yubiley/      

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: гимназия
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть