Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 15 апрелдә аномаль эҫелек тураһында хәбәр итте

Йәмғиәт

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында халыҡты аномаль эҫе һауа торошо тураһында иҫкәрттеләр, уртаса температура норманан 7-10 градусҡа юғарыраҡ була. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, кесаҙна, 15 апрелдә, республикала яуым-төшөмһөҙ һауа торошо көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр, көндөҙ 12 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +2, +7, көньяҡ-көнсығышта -3, көндөҙ +17, +22. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында иртән томан төшөүе мөмкин, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Республикала эҫе, майҙың тәүге декадаһы өсөн хас булған һауа торошо оҙаҡ һаҡланмай, ти синоптиктар. Ошо ял көндәрендә үк төньяҡ һалҡыны йылыны көньяҡҡа сигендерә. Республика биләмәһе аша үткән һалҡын фронт һауа температураһын төндә -2, +3-кә, көндөҙ +5, +10-ға тиклем түбәнәйтә. Урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш. Дүшәмбе, 19 апрелдә, төндә 0, -6, көндөҙ +3, +8 градус. Уртаса һауа температураһы 0, +3 була, был иһә норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк, тип хәбәр ителә Башгидромет сайтында.

https://www.bashinform.ru/news/1582179-v-mchs-bashkirii-soobshchili-ob-anomalnoy-zhare-15-aprelya/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть