Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «65 йәштән ололарға вакцина яһатыуҙа ярҙам» акцияһы башланды

Йәмғиәт

Башҡортостанда 65 йәштән ололарға вакцина яһатыуҙа ярҙам күрһәтеү акцияһы старт алды. Акцияның асылы шунда: «Берҙәм Рәсәй»ҙең автоирекмәндәре оло йәштәгеләргә поликлиникаға барырға ярҙам итә. Был турала партияның төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров «Берҙәм Рәсәй»ҙең Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылына арналған онлайн-лекторийында хәбәр итте.

Республикала прививка өйҙә яһалмай, ә аҙ хәрәкәт иткән, тәү сиратта оло йәштәгеләр поликлиникаға үҙҙәре бара алмай. Был акция тап улар өсөн.

Ғаризалар «Беҙҙең хәстәрлек» колл-үҙәгенең бушлай номеры буйынса ҡабул ителә: 8-800-201-89-03.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, лекторийҙар шишәмбе көндөҙгө сәғәт 3-тә була. Трансляцияның яҙмаһын һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/1581980-v-bashkirii-zapushchena-aktsiya-pomoshch-v-vaktsinatsii-grazhdanam-65-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть