Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республиканың көнбайышында һәм көньяғында яҙғы баҫыу эштәре башланды

Иҡтисад

Башҡортостандың көнбайышында бер нисә хужалыҡ баҫыу эштәренә тотондо. Республикала рәсми рәүештә сәсеү кампанияһы башланды, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан.

13 апрелдән Шаран районы фермеры Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайын туҡландырыу эшен башҡара. Хужалыҡта иген культураларын эшкәртеүҙең «нуль» технологияһы файҙаланыла, йәғни ерҙе һөрмәйҙәр.

Туймазы районында «Өйәҙе» крәҫтиән-фермер хужалығы ужым культураларын туҡландырыуға тотондо.

Ғәҙәттәгесә, Күгәрсен районы аграрийҙары ла тәүгеләр рәтендә баҫыуға сыҡты.

Республикала ужым культуралары 418 мең гектар майҙанда сәселгән (2020 йылға +59,5 мең гектар). Шуның 187 мең гектарында  – ужым арышы, 221 гектарҙа – ужым бойҙайы.

Яҙғы культураларҙы 2 миллион гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1582099-na-zapade-i-yuge-bashkirii-nachalis-vesennie-polevye-raboty/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть