Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ташҡынға яҡынса күҙаллау баҫылып сыҡты

Йәмғиәт

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында алдағы көндәрҙә ташҡындың иң юғары нөктәһен көтәләр. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, тау йылғалары асылған саҡта боҙ тығылыуы һәм һыуҙың ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Атап әйткәндә, Дыуан районында — Әй йылғаһының урта ағымында, Белорет, Архангел райондарында — Инйәр йылғаһында, Бөрйән, Бөрө райондарында — Ағиҙел йылғаһында, Иглин районында Эҫем йылғаһында проблемалы участкаларҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 15 апрелдә төндә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

«Был һыу кимәленең кинәт күтәрелеүенә юл ҡуймаҫҡа тейеш», — тип белдерҙеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Республика хөкүмәтендә көн һайын яҙғы ташҡын буйынса кәңәшмәләр үткәреү планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1581854-opublikovan-prognoz-blizhayshikh-sobytiy-pavodka-v-bashkirii/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть