Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

9 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров ташҡын күләмен баһаланы һәм йорттарын һыу баҫҡан кешеләр менән аралашты

Йәмғиәт

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дыуан районына барҙы, унда яҙғы ташҡын күләмен баһаланы, Мәсәғәүт ауылында йорттарын һыу баҫҡан кешеләр менән аралашты һәм эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Республикала яҙғы ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы, тип билдәләне ул.

«Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бөтә хеҙмәттәр тулы әҙерлектә һәм халыҡҡа ярҙам күрһәтә. Бөгөн Дыуан районында айырыуса ҡатмарлы хәл булды. 12 апрелдә Әй йылғаһында тығын урыны механик ысул менән бөтөрөлдө. Бынан һуң өҫтәрәк икенсе тығын барлыҡҡа килде. Алкин хәрби часынан хәрбиҙәрҙе саҡырттыҡ. Әммә боҙ үҙе ҡуҙғалды. Хәҙер икенсе проблема. Мәсәғүт ауылында 65 йортто, магазинды һәм 218 кеше, шул иҫәптән 71 бала йәшәгән 160 ихатаны һыу баҫты. Спорт мәктәбендә (Мәсәғүт ауылы, Электр урамы, 3/1) халыҡты ваҡытлыса ҡабул итеү пункты ойошторолдо. Йылға аръяғы һәм Совет урамдарында электр энергияһын һүндерергә тура килде. Газһыҙ өйҙәр ҙә бар. Хәҙер төп бурысыбыҙ – кешеләргә ярҙам итеү. Уларға ашарға аҙыҡ, һыу алып килеү. Йорттарҙан һәм участкаларҙан һыуҙы һурҙырырбыҙ. Дыуандарҙың үҙҙәренең көсө генә етмәй, Өфөнән һыу һурҙырыу өсөн машиналар һоранылар. Дыуан районы хакимиәтендә штаб эшләй, Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәте халыҡ менән бәйләнештә, 8-(347)-983-44-96. Һәр урамда ҡыҙыу бәйләнеш бар, телефондар скринда», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/1581783-radiy-khabirov-otsenil-masshtaby-pavodka-i-poobshchalsya-s-zhitelyami-podtoplennykh-domov-/

Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть