Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Республикала халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда тамамлауҙары ихтимал

Иҡтисад

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов республикала Халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү федераль программаһын ваҡытынан алда тамамланыу ихтималлығын белдерҙе. Был турала республика хөкүмәтендәге «Төҙөлөш сәғәте» ултырышында билдәле булды.

2025 йылдың аҙағына тиклем иҫәпләнгән программа 39 мең квадрат метр иҫке һәм авариялы торлаҡты һүтеүҙе күҙ уңында тота. Артём Ковшов һүҙҙәренсә, 2022 йылға өҫтәмә федераль финанслауҙы иҫәпкә алып, федераль программаны ваҡытынан алда тамамларға мөмкин.

Республика программаһы 2021 йылдың аҙағына хәтлем иҫәпләнгән. Әле уның буйынса майҙаны  47 мең квадрат метрлыҡ 1,3 мең бинанан 3,3 мең кеше күсерелгән дә инде.

Чиновник билдәләүенсә, 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авариялы тип танылған йорттар (бөтәһе 200 мең «квадрат») федераль программаға инмәгән. Артём Ковшов 2022 йылда күсереү программаһы тамамланғандан һуң ошо фондты федераль берлектә финанслау өсөн заявкаға индерергә тәҡдим итте.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа республикала йәшәүселәрҙе авариялы торлаҡтан күсерергә булышлыҡ итеү варианттарын әҙерләргә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/1581517-v-bashkirii-programmu-rasseleniya-lyudey-iz-avariynogo-zhilya-mogut-zavershit-dosrochno-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть