Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфө парктарын һәм скверҙарын талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән, кимереүселәрҙән эшкәртә башлау датаһы билдәләнде

Йәмғиәт

26 апрелдә Өфөлә скверҙарҙы, парктарҙы, аллеяларҙы һәм башҡа халыҡ күп йөрөгән урындарҙы талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән, кимереүселәрҙән эшкәртеү башлана. Республика дезинфекция үҙәгенең баш табибы Павел Мочалкин һүҙҙәренсә, бының өсөн һауа торошоноң уңайлы булыуы, йәғни оҙайлы ямғыр яумауы шарт.

Талпандарҙан эшкәртеүҙе – 9 майға, ә кимереүселәрҙән 31 майға тамамларға йыйыналар. Дезинфекция үткәргәндә ҡулланылған бөтә препараттар кеше өсөн хәүефһеҙ.

Әйткәндәй, геморрагик биҙгәкте, талпан энцефалитын, боррелиозды иҫкәртеү өсөн йыл һайын Башҡортостандың баш ҡалаһында йәмәғәт киңлектәрендә эшкәртеү эштәре ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/1581488-nazvana-data-nachala-obrabotki-ot-kleshchey-komarov-i-gryzunov-skverov-i-parkov-ufy/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть