Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана

Йәмғиәт

Башҡортостанда бөгөн Инйәр йылғаһында шартлатыу эштәре башлана.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һауанан тикшергән саҡта Бриштамаҡ ауылына тиклем йылғаның боҙҙан әрселмәүен асыҡлаған. Боҙ тығыны арҡаһында Инйәр йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан. Асы ауылы һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар урындағы халыҡты һәм малдарҙы эвакуациялаған.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был эшкә ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, пилотһыҙ осоусы аппарат операторҙары, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һауа мендәрендәге судноһы, Алкин хәрби часынан шартлатыусылар командаһы йәлеп ителгән.

https://www.bashinform.ru/news/1581464-v-bashkirii-na-reke-inzer-provedut-vzryvnye-raboty-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть