Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Республика властары 2021 йылда һабантуйҙарҙы уҙғарыу тураһында һөйләне

Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендә белдереүҙәренсә, быйыл һабантуйҙар уҙғарыу мәсьәләһе әлегә асыҡ ҡала.

Былтыр яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле һабантуйҙар үткәрмәнек, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә. Быйыл иһә барыһы ла эпидемиологик хәлдең нисек булыуына ҡарай.

«Әгәр бөтәһе лә һәйбәт булһа, һабантуй ойошторорбоҙ. Уларға әҙерләнергә кәрәк. Минең хакимиәтем һабантуй үткәргәндә нимәгә иғтибар итергә тейешлегебеҙҙе аныҡ күҙ алдына килтерә. Хатта айыҡ һабантуй уҙғарыу кеүек ябай ғына акцент тәнҡитләүгә дусар булды. Ләкин һуңынан күптәр бының өсөн «рәхмәт» әйтте.  Уны нисек ойоштороу хаҡында уйларға кәрәк», —  тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе сараларҙы хәүефһеҙ үткәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм COVID-19-ға бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты.

Һабантуй — яҙғы баҫыу эштәре тамамланғандан һуң үткәрелә торған халыҡ байрамы.

https://www.bashinform.ru/news/1580863-vlasti-bashkirii-rasskazali-budut-li-provedeny-sabantui-v-2021-godu-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть