Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Максим Забелин коронавирустың яңы тулҡыны тураһында: «Беҙ сирҙең таралыуына әҙер булырға тейешбеҙ»

Йәмғиәт

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Рәсәйҙә коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡыны янауы тураһында әйтте. Уның фекеренсә,  бының булыуы ихтимал.

«Беҙ сирлеләрҙең күбәйеүенә һәм вакцинация күләмен арттырырға тейешбеҙ, — тип белдерҙе  министр. — Тиҙҙән, эксперттар һығымтаһы буйынса, Рәсәй граждандарының ауырыуҙың көсәйеүе күҙәтелгән илдәргә сығыуын сикләү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителер, моғайын. Тәү сиратта, Төркиәгә һәм Европа илдәренә».

12 апрелгә 177 мең кеше «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһының — беренсе, 108 меңдән ашыуы ике компонентын да эшләткән. Прививка яһатҡандарҙың 40 проценттан күберәге  – 60 йәштән өлкәндәр, тип белдерҙе министр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Роспотребнадзорҙағы коллегалары менән берлектә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн өҫтәмә саралар тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Ул республикала битлек режимының ғәмәлдә булыуын һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн изоляция режимының һаҡланыуын иҫкә төшөрҙө.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштаб хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороуҙың 102 осрағы асыҡланған. Диагнозы раҫланған ауырыуҙарҙың дөйөм һаны – 33 601. Стационарҙа 194 пациент дауалана, етәүһенең хәле ауыр.

https://www.bashinform.ru/news/1580827-maksim-zabelin-o-3-volne-koronavirusa-my-dolzhny-byt-gotovy-k-rostu-zabolevaemosti-/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть