Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Республикала үҫемлек майына һәм шәкәргә хаҡты тотоп тороу өсөн 372 миллион һум бүленде

Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәте аҙыҡ-түлеккә хаҡты тотороҡландырыу өсөн төбәктәргә үҫемлек майы һәм шәкәр етештереүселәр сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға аҡса бүлде. Башҡортостан Республикаһына федераль бюджеттан 372, 2 миллион һум йүнәлтелә.

Ил субъекттарына бөтәһе 9 миллиард һум бүленә. Бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Властар ошо ярҙам менән шәкәргә һәм майға хаҡты «тотоп торорға» ниәтләй. 30 мартта Рәсәй Хөкүмәте 1 июнгә тиклем шәкәргә хаҡты арттырмаҫҡа хәл итте (үҫемлек майына — 1 октябргәсә). 2020 йылдың 20 декабренән 2021 йылдың 1 апреленә тиклем түбәндәге хаҡтар билдәләнде: шәкәрҙең хаҡы күмәртәләп һатҡанда бер килограмы – 36, ваҡлап һатҡанда 46 һумдан артмаҫҡа тейеш ине (үҫемлек майының күмәртә хаҡы – 95 һум, ваҡлап һатҡанда – 110 һум).

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Ауыл хужалығы министрлығы шәкәр баҙарындағы хәлде тотороҡло тип баһалай һәм ошо продукцияға ҡытлыҡ булырын көтмәй. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы миҙгелдә шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү майҙаны 35 мең гектарға тиклем арттырыла (2020 йылда 26 мең гектар сәселгәйне). 2022 йылға майҙандарҙы тағы ла арттырыу планлаштырыла.

https://www.bashinform.ru/news/1580785-bashkirii-vydelili-372-mln-rubley-na-sderzhivanie-tsen-na-podsolnechnoe-maslo-i-sakhar-/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть