Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.86 ↓

EUR 89.77 ↑

6 май, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 493 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған

Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Республика етәксеһе Радий хәбиров һүҙҙәренсә, төбәктә 493 ветеран һәм 189 һуғыш инвалиды ғына иҫән.

«Әгәр уларҙың һанын былтырғы менән сағыштырһаҡ, ул бик тиҙ кәмей. Беҙгә уларға тейешле иғтибар күрһәтергә кәрәк. Муниципалитет башлығы һәр кетерандың өйөнә инеп, ҡулын ҡыҫырға, нимә менәндер ярҙам итергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың обелисктарын һәм ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү эшен башларға ҡушты.

Бынан алда «Башинформ» Өфөлә Өфө гарнизоны хәрбиҙәренең парады буласағы тураһында хәбәр иткәйне. Башҡортостан Башлығы 2021 йылдың 9 майында «Үлемһеҙ полк» акцияһы ойошторолор тигән ышаныс белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/1580774-v-bashkirii-ostalos-493-uchastnika-veterana-velikoy-otechestvennoy-voyny/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть