Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.13

EUR 89.50

11 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тағы 57 мәктәптә яңы стоматология бүлмәләре булдырыла

Йәмғиәт

Башҡортостан хәҙерге көндә мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләре һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урында тора. «Сәләмәт йылмайыу» модулен ғәмәлгә ашырыу барышында республика мәктәптәрендә 66 стоматология бүлмәһе асылған да инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров тәүге «Юғарыға ос» форумында 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология бүлмәләрен асыу тураһында башланғыс менән сығыш яһағайны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҡыу йылы башынан белгестәр 41 мең уҡыусыны ҡараған. Һәр икенсеһенә теш табибының ярҙамы кәрәк. Ә 11 меңдән ашыуы тейешле дауа алған.

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе «Юғарыға ос» форумында республиканың 500-ҙән күберәк уҡыусы белем алған тағы 57 мәктәбендә яңы стоматология бүлмәләрен асыу хаҡында ҡарар ҡабул ителеүен әйтте.

«Иң мөһиме – ҡорамал буш торорға тейеш түгел, шунда уҡ теш табибын да табырға кәрәк. Был балалар стоматологтары булмаған ауылдар өсөн бик мөһим. Республиканың 62 мәктәбендә «Мәктәптәргә – спорт көрәше» программаһы индерелгән, унда тренерҙар бар, секциялар бюджет иҫәбенә келәмдәр, спорт формаһын алған. Миңә мәғариф министры 2024 йылға 200 мәктәптә көрәш секциялары буласағын хәбәр итте. Беҙ спорт мастерҙарын әҙерләү маҡсатын ҡуйғанбыҙ тигәнде аңлатмай, уҡыусыларҙы физик яҡтан әҙерләргә, уларҙың һаулығын нығытырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/1579960-eshche-57-shkol-bashkirii-budut-osnashcheny-novymi-stomatologicheskimi-kabinetami-/

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть