Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Алексей Стукалов «Өфө» футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде

Спорт

«Өфө» футбол клубы яңы баш тренер менән килешеүгә ҡул ҡуйылыуы хаҡында иғлан итте. Ул – Мәскәүҙең «Велес» клубында ошондай уҡ вазифала эшләп киткән 37 йәшлек Алексей Стукалов. Баш ҡала командаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, килешеү 2023 йылдың июненә тиклем иҫәпләнгән.

Белешмә

Алексей Борисович Стукалов 1983 йылдың 24 ноябрендә Ставрополдә тыуған. Мәскәүҙә «Смена» клубының олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эш башлай, 2007 йылға тиклем тренер вазифаһын башҡара. 2007-2008 йылдарҙа «Спасатель» командаһы менән Мәскәү өлкәһе беренселегендә сығыш яһай.

2009 йылдан «Химки» клубында эшләй. 2016 йылда Калининградтың «Балтика»һында Игорь Зхаряктың ассистенты була. Һуңынан – Һарытауҙың «Сокол» командаһында тренер ярҙамсыһы һәм остаз.

2019 йылдың 14 ғинуарында «Велес»тың етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2019/20 йылдарҙа клуб ПФЛ беренселегенең «Запад» зонаһында беренсе урынды яулай һәм тарихта тәүге тапҡыр Милли футбол лигаһына сыға.

https://www.bashinform.ru/news/1580001-aleksey-stukalov-ofitsialno-naznachen-glavnym-trenerom-fk-ufa/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть