Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторола

Мәҙәниәт

«Башҡортса һөйләшәм, башҡортса яҙам» халыҡ-ара белем биреү акцияһы 24 апрелдә онлайн рәүештә уҙғарыла. Диктантта ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк. Акцияла ҡатнашыусылар диктантты башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап яҙырға мөмкин.

24 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә (Өфө ваҡыты) дөйөм белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмаларында диктант яҙыу ойошторола. Башҡортостан юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, YouTube видеохостингында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тура трансляция була:

11.00 – 11.25 – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн диктант;

11.30 – 12.00 – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн диктант;

12.05 – 12.30 – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән ҡатнашыусылар өсөн диктант.

Дикторҙар:

Илшат Абдуллин, «Бүреләр» төркөмө солисы — башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.

Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн.

Альберт Исмаил, «Хаят-Исмаил» төркөмө ағзаһы, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе.

https://www.bashinform.ru/news/1579177-v-respublike-proydet-mezhdunarodnyy-diktant-po-bashkirskomu-yazyku/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: диктант
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть