Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 74.15 ↑

EUR 90.00 ↓

12 май, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ тултырыуҙан азат итергә ҡушты

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Юғарыға ос» өсөнсө мәктәп форумы асылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда мәғариф системаһы өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне. Былтыр апрелдә бөтә мәктәптәр дистанциялы уҡытыуға күсте. Ул ошо ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, үҙ бурысын лайыҡлы башҡарған уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе.

«Теүәл бер йыл һәм өс ай элек беҙ дистанциялы белем алыуға күскәйнек, бөгөн һәммәгеҙгә ошо йыл өсөн рәхмәт әйткем килә. Йыл бик ҡатмарлы булды, ләкин һеҙ бирешмәнегеҙ. Һеҙгә нисек ауыр булғанын аңлайым, онлайн-платформалар сыҙаманы, уҡытыу ҡыйынға төштө. ләкин һеҙ дистанциялы белем биреү системаһын бик тиҙ яйға һалып, 1,5 миллиондан ашыу дәрес үткәрҙегеҙ. Шуныһы мөһим: дистанциялы уҡытыу яңы мөмкинлектәр донъяһын асты», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, белем биреүҙең сифаты бик мөһим, быйылғы «Юғарыға ос!» форумының төп темаһы ошо.

Тағы бер мөһим бурыс – Берҙәм дәүләт имтиханын сифатлы итеп үткәреү, ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау. Республика хәҙер йәшел зонаға ҡарай (имтихан ғәҙел һәм объектив уҙғарылған төбәктәр), ул ошо позицияһын һаҡлап ҡалырға тейеш.

Башҡортостан башлығы шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығына уҡытыусыларҙы артыҡ күп ҡағыҙ тултырыу эшенән ҡотолдорорға ҡушты.

Республикала «Мәғариф» милли проекты һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыла. Мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәләре»н асыу йәһәтенән Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй, улар 200-гә яҡын, ә 2024 йылға 813-кә еткерергә кәрәк.

Форум башланыр алдынан Радий Хәбиров мәғариф системаһы өсөн инновациялы эштәр ҡуйылған экспозиция менән танышты һәм иң яҡшы уҡытыусыларҙы республиканың дәүләт наградалары менән бүләкләне.

https://www.bashinform.ru/news/1579897-radiy-khabirov-poruchil-minobru-izbavit-uchiteley-ot-rutiny-i-zapolneniya-lishnikh-bumag-/  

Азат Ғиззәтуллин
Яндекс цитирования
Top.Mail.Ru
закрыть